Accessibility links

Кайнар хәбәр

Парламент депутаттары йәйге каникулға тарала


Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышында депутаттар закондарҙы ҡарауҙан тыш, хөкүмәт отчетын да тыңланы.

Раил Cарбаев Өфө эргәһендәге Шамонино миҫалында аҙ ҡатлы йорттар һалыу, йортһоҙлоҡ мәсьәләһен хәл итеү алымдары тураһында һөйләне.

Ултырышта Башҡортостандағы теркәү хеҙмәте идаралығы эшмәкәрлеге лә ҡаралды. Башҡортостан халҡы сәғәт 9-ҙа эш башлаған теркәү идараға эләгеү өсөн төнгө икенән сират торорға мәжбүр. Ярай ҙа, көнө буйы тороп киске алтыға тиклем сиратың етеп керә алһаң. Халыҡтан күп һанлы ялыуҙар ниһайәт депутаттарға барып етте.

Парламент ултырышта палата рәйесе Петр Голунов эшмәкәрлеген дә ҡараны. Ул өҫтәлмә пункттар асыласаҡ, бер-ике айҙан сираттар бөтәсәк тип вәғәҙәләй.

Бушлай хосусилаштырыу өсөн ярты йыл самаһы ғына ваҡыт ҡалғас, Өфөлә регпалата эргәһе торғонлоҡ осоронда колбасаға, Горбачев дәүерендә араҡыға сираттан да былайыраҡ.
XS
SM
MD
LG