Август конференцияһы быйыл Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ тарафтарында ойошторолдо. Йылдағыса, уның барышында мәктәптәр асыла. Был юлы ла Йылайырҙа шағир Шәйехзада Бабич исемен йөрөткән гимназияла интернат бинаһы, Хәйбулла районында Аҡъяр, Йәнтеш, Бүребай ауылдарында мәктәп, Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында социаль үҙәк асылды.
Август кәңәшмәһе Быйыл Мәғарифтың заманса системаһын булдырыу – республиканың инновация үҫешендә мөһим шарт исем аҫтында үтте. Йыл башынан Баймаҡ, Хәйбулла һәм Йылайырҙа белем биреү өлкәһенә ҡараған 6 обьект яңыртылған. Беренсе сентябрҙә иһә республикала меңенсе мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.
Август конференцияһының пленар өлөшө Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы базаһында үтте. Унда президент Мортаза Рәхимов, парламент спикеры Константин Толкачев, премьер-министр Раил Сарбаев та ҡатнашты. Унда оптимизация, реформалар барышы ҡаралды. Оптимизация төшөнсәһен хәҙер вағыраҡ башҡорт ауылдары бик яҡшы төшөнә. Ҡыҙыл таҫмалар киҫеп бернисә йыл элек асылған мәктәптәр артыҡ сығымдарҙан ҡотолоу, йәғни оптимизация маҡсатында асылғандағы тиҙлектән дә шәберәк бер-бер артлы ябылалар.
Тағы ла бер көнүҙәк мәсьәлә - милли компонент буйында етди һөйләшеү булды. Был турала үҙ сығышында республика президенты Мортаза Рәхимов та, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров та әйтеп үтте. Үҙәктең реформаларына ҡарамайынса, Башҡортостанда дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеү дауам итәсәк тиелде конференцияла.