Телевизор аша аҙна һайын тигәндәй Ҡушма штаттарҙа Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған сабыйҙарҙы ҡыйнауҙары тураһында сюжеттар хәҙер үҙебеҙҙә лә бар. Был йәһәттән Кушнарендар ҙа ҡалышмай. Районда уллыҡҡа алынған 3 йәшлек сабый күп һанлы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалынған. Уның имен ере ҡалмаған ти табиптар. Сабыйға ике операция яһалған, хәле үтә лә насар тип баһалана.
Прокуратураның тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренконан бер ғаилә үҙҙәренең 4 балаһы өҫтөнән тағы 4 баланы тәрбиәгә алған. Ата- әсәләр өйҙә булмағанда туған һәм тәрбиәгә алынған балалар үҙ-ара ыҙғыш сығара. Уның барышында тәрбиәгә алынған 3 йәшлек сабый ныҡ зыян күрә.
Хәҙер уның менән бергә алынған 14 йәшлек апаһын башҡа ғаиләгә тапшырғандар, тағы ике 10-ар йәшлек малайҙарҙы урындағы дауахананың балалар бүлексәһендә тоталар.