Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә мәжбүри каникулдар


Грипп сире сәбәпле Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары эшенә үҙгәрештәр индерелә.

Өфө дәүләт нефть-техник университетында бер аҙналыҡ карантин иғлан ителгән. Университеттағы 15 мең студенттың 5 меңдән ашыуы грипп һәм тын юлдары ауырыуҙары менән сирләй. Республикала киҙеүгә бәйле эпидемия ла иғлан ителде.

Ғәҙәттән тыш хәл Өфөлә теркәлгәйне. Ауырыусыларҙың аныҡ һаны билдәле түгел, сөнки барыһы ла табиптарға мөрәжәғәт итмәй. Сирлеләрҙең күбеһе балалар.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы белгесе Нәсимә Күсимова әйтеүенсә, төбәктә “сусҡа киҙеүе” менән ауырыған дүрт кеше лә теркәлгән. Аш бер Эн бер вирусын асыҡлау өсөн республикала яңы ысулдар ҡулланыла башланы. Анализдар һөҙөмтәһе икенсе көнгә үк билдәләнә.
XS
SM
MD
LG