Исемлекте булдырыу техник мәсьәлә, уның өсөн яҡынса дүрт миллион һум аҡса талап ителә. Бының өсөн ҡаҙнаның мөмкинлектәре етерлек. Ошондай базалар бөгөнгә Һамар һәм Силәбе өлкәләрендә лә эшләп килә. Раил Сарбаев әйтеүенсә, иҡтисади көрсөк социаль сәйәсәткә үҙгәрештәр индерергә тейеш түгел. 2010 йылда ла Башҡортостанда был йүнәлеш өҫтөнлөклө буласаҡ.
Республика хөкүмәте етәксеһе билдәләүенсә, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләлргә ярҙам итеүҙә бюрократизм булырға тейеш түгел. Премьер-министр шулай уҡ төбәктә суицидтар һанының артыуына борсолоу белдерә. Туғыҙ айҙа республикала 50 гә яҡын үҫмер үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала 16 мең 200 ғаилә даими ярҙамға мохтаж, уларҙа 32 мең бала тәрбиәләнә.
Башҡортостанда 280 мең ғаилә аҙ тәьмин ителгәндәр иҫәбендә. Барлыҡ балалрҙың 50 проценты тап ошондай ғаиләләрҙән. Уларға пособие, башҡа түләүҙәр өсөн быйыл 550 миллион һум самаһы бүленгән.