Accessibility links

Кайнар хәбәр

Салауатнефтеоргсинтез ширҡәте социаль яуаплылыҡтан ситләшә


Башҡортостанда халыҡты эш менән тәьмин итеү, яңы хеҙмәт урындарын булдырыу айырым иғтибарға алынған. Әммә, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ширҡәт – ойошмалар етәкселеге социаль яуаплылыҡтан ҡаса.

Бөгөн иҡтисадтың төп өлкәләре – сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармағына ярҙам итергә кәрәк. Күп һүҙҙәр урынына яңы производство обьекттарын булдырырға ваҡыт тине Башҡортостан президенты.

Мортаза Рәхимов был турала Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы тулы Хоҡуҡлы вәкиле эргәһендәге шура уҙғарған видеокәңәшмәлә әйтте.

Башҡортостан президентының был теләге тәү сиратта Салауатнефтеоргсинтез йәмғиәтенә ҡағылды. Республика ҡаҙнаһының һиҙелерлек өлөшө ошо йәмғиәткә тура килә. Быйыл иһә ширҡәт үҙ йөкләмәләрен яртылаш ҡына үтәгән. Завод етәкселеге ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарын тапмай, тине Мортаза Рәхимов.

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота был мәсьәлә буйынса Башҡортостан президенты менән килешеүен белдерҙе.
XS
SM
MD
LG