Унда сығыш яһап, хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев, маҡсатлы йыл бик емешле үтте тине. Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы йәштәр сәйәсәтенә бәйле төп мәсьәләләрҙе асыҡларға, киләсәккә маҡсаттар билдәләргә булышлыҡ итте, тине премьер-министр.
Был йәһәттән фатирһыҙ йәш ғаиләләр мәсьәләләрен хәл итеү буйынса «Үҙ йортом» программаһы уңышлы, тип табыла. Ошо программа нигеҙендә Өфө эргәһендә Шамонин ауылында йорттар һалына. Яҡын киләсәктә тағы бер-нисә майҙанда эштәр башланасаҡ. Раил Сарбаев әйтеүенсә, Башҡортостанда йәштәргә бәйле социаль сәйәсәт артабан да өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ.
Яҡынлашып килгән 2010 йыл иһә Башҡортостанда Республика йылы исеме аҫтында үтәсәк. 20 йыл элек республика Рәсәй Федерацияһында тәүгеләрҙән булып Үҙаллылыҡ тураһында дәүләт декларацияһын ҡабул итте. Киләһе йылды ошо датаға арнау был йылдарҙың әһәмиәтлеген иҫәпкә алып эшләнелде. Ошо туралағы ҡарар республика президенты шураһы ултырышында ҡабул ителде.