Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республиканың баш таможнясыһы Нәжип Ғәлекәевҡа алмаш таптылар


Башҡортостан буйынса федераль таможня хеҙмәтендә яңы етәксе. Был вазифаға Валерий Бышовец тәғәйенләнде.

Ул 1972 йылда Киевта тыуған, Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлағандан һуң быға тиклем таможняла төрлө вазифалар башҡара. Башҡортостан таможняһына күсерелгәнгә тиклем Рәсәй таможня хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары ярҙамыһы булып эшләй.

Президент Мортаза Рәхимов Республика йортонда Валерий Бышовецты ҡабул итеп уға яңы урында емешле эшкә фитихаһын бирҙе. Валерий Бышовец менән таныштырыу өсөн Өфөгә Федераль таможня хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Шохин килде. Федераль үҙәк вәкиле әйтеүенсә, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан таможняһы Волга буйы федераль округында беренсе урынға лайыҡ булған.

Уҙған йыл республика таможнясылары федераль ҡаҙнаға 12 миллиард 80 миллион һум аҡса күсергән. Башҡортостан таможняһында быға тиклем 8 йыл етәкселек иткән Нәжип Ғәлекәев күптән түгел Төнъяҡ-көнбайыш таможня идаралығы етәксеһе итеп күсерелде.
XS
SM
MD
LG