Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һайланыуға 15 йыл


Ошо уңайҙан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда парламентаризмды үҫтереү, ҡанундар сығарыу системаһын артабан камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли ултырыш үтте.

Унда барлыҡ 4 саҡырылыш депутаттары ла ҡатнашты. Беренсе һәм дүртенсе саҡырылыш депутаты, парламентта аграр мәсьәләр, экология өсөн яуаплы комитет рәйесе Франис Сәйфуллин әйтеүенсә, Башҡортосатн депуттары закондарҙы федераль ҡануниәткә яраҡлаштырған осраҡта ла, халыҡ мәнфәғәттәренән сығып, төп иғтибарҙы уларҙың камиллығына йүнәлтә.

Сәйәсмән, философ Фәнил Фәйзуллин иһә 15 йыл менән генә сикләнмәй. «Империя осоронан уҡ Башҡорт иле Рәсәйҙе федерализмға этәреүсе булды. Иван Грозный, артабан Советтар иле баштарында ла тап Башҡортостан федерализм нигеҙҙәрен ҡороусы булды», ти Фәнил Фәйзуллин.

Бүләкһеҙ байрам да булмай инде. Ҡоролтайҙың 15 йыллығын сәбәпләп ғәмәлдәге депутаттарға, экс-парламентарийҙарға Ҡоролтайҙың маҡтау ҡағыҙҙарын да тараттылар.
XS
SM
MD
LG