Интернаттан һуң йәш егет-ҡыҙҙар яҙмыш ҡосағына ҡала, уларҙың торлағы, донъяға яраҡлашыу буйынса тәжрибәләре бөтөнләй юҡ, эш таба алмайҙар. Шул сәбәпле балалар йортонан һуң күптәр дөрөҫ булмаған юлдан китә. Шуға күрә бындай кешеләргә дәүләт ярҙамға килергә тейеш. Тәү сиратта балалар өсөн учреждениеларҙа уларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу буйынса махсус күнекмәләр үткәрергә кәрәк тип иҫәпләй Раил Сарбаев.
Әле республикала 19 мең етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала бар. Уларҙың 14 меңдән ашыуы опекала, мең ярымы ғаиләләргә урынлаштырылған, йәнә 600 бала патронат тәрбиәгә алынған. Балалар йорттарында 1 мең 600 самаһы бала ҡалған. Республикала бындай учреждениелар һаны 28-гә етә.