Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республикала янғынға ҡаршы режим иғлан ителде


Ул 30 сы июнгә тиклем дауам итә. Документҡа ярашлы, автомобиль һәм тимер юлдары биләмәләрендә, элемтә һәм электртапшырғыстар линияларында, нефть һәм газ үткәргес магистрәлдәрендә янғын хәүефһеҙлеген көсәйтеү ҡушыла.

Урындарҙа янғын һүндереүселәр тәүлек әйләнәһенә дежурҙа итергә бурыслы. Шәхси йорт хужаларына өй алды биләмәләрендә һыу тотоу тәҡдим ителә, усаҡ яндырыу, сүп сар үртәү ҡәтғи тыйыла.

Көсәйтелгән контроль саралары урман зонаһында ла алып барыла.
Белгестәр былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл апрель-майҙа янғындар һанының күберәк булыуын белдерә. Халыҡ араһында хәүефһеҙлек сараларын онотмау тураһында даими иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барыуға ҡарамаҫтан, күптәр уларҙы инҡар итә.

Яҙғы янғындарҙың иң күп таралған сәбәбе - йыйылған сүп-сарҙы яндырғанда һаҡһыҙлыҡ күрһәте/
XS
SM
MD
LG