Ҡорҙоң төп өлөшө иртәгә була. Тел, милләтте һаҡлап ҡалыу, башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү, мәғарифтә милли компоненты һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләр 11 секцияла тикшерелә. Йәш делегаттар Конгресс-Холда, ололар Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ҡор йыя.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы 15 йыл элек ойошторолдо. Башҡорт халҡының йыйындары-Ҡоролтайҙар үткәреү йолаһы тарих төпкөлөнән килә. 90-сы йылдарҙа был йолаға әйләнеп ҡайтыу көн талабына әйләнә, сөнки үҙгәртеп ҡороу елдәренең йәмәғәтселеккә кире йоғонтоһо тиҙ саралар күреүҙе талап итә.
Үткән йылдар осоронда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡын берләштереүгә тос өлөш индерҙе. Әле ул республиканың ҡала-райондарында, Рәсәйҙең 30 һәм донъяның 12 төбәгендәге башҡорттарҙың ижтимағи ойошмаларын берләштерә.
Делегат һәм ҡунаҡтарға Башҡортостан менән танышыу бер ҡыуаныс, ә бына Өфө халҡына ул әллә ни йыуаныс бирмәй, ҡала урамдарында юлдарҙы ябып бөттөләр. Шуға күрә алдағы байрам көндәрен файҙаланып күптәр ҡаланан ситкә тәбиғәткә сығыуҙы хуп күрә.
Әйтелеүенсә, Өфөлә берюлы әллә нисә байрам. 12-һендә ҡала көнө менән Рәсәй көнө, Ҡоролтай ҙа ошо даталарға иҫәпләп йыйылды. 12-се июндә Ишембайҙа Ырыуҙар ташы мемориал комплексы асыла, ошонда уҡ Торатау итәгендә Cалауат йыйыны үтә.
Төрлө тарафтарҙан йыйылған башҡорттар көнүҙәк проблемалар хәл итеү өсөн ҡор йыйғанда, бер-нисә милли ойошма башҡорт халҡына, республика һәм Рәсй президенттарына хат күндерҙе. Тик уларҙың етәкселәренең исемдәре йәмәғәтселеккә ул тиклем билдәле түгел. Был хаттарҙың төп асылдарына килгәндә, ул сәйәси мәлде күҙ уңында тота. Шулай уҡ хат авторҙары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы етәкселеге эше менән асылда риза булмауҙарын белдерә.
Башҡортостан ил төбәктәре араһында иң беренсе булып төбәк-ара осоштар башланы. Ошо маҡсатта «Өфө» халыҡ-ара аэропортында «Арҡайым» милли авиакомпанияһы булдырылды, уға осҡостар һатып алынды. Бөгөн Өфө-Сибай-Өфө йүнәлешендә рейсы буйынса тәүге осош булды. Осҡос Сибайҙан Өфөгә Ҡоролтай делегаттарын барып алды.
Хәҙер Нефтекамала аэропорт төҙөкләндерелә, киләсәктә Белорет, Бөрйән, башҡа төбәктәргә осош башлау күҙаллана. Республикала һауа транспортын үҫтереү буйынса 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән программаға ярашлы, артабан күрше өлкә- республикаларға ла һауа бәйләнеше буласаҡ.