Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан төрлө тарафтарҙан йыйылған делегаттарҙы оҙата


Уҙған аҙна тарихта Бөтә донъя башҡорттарының 3-сө ҡоролтайы менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Унда 8 йөҙҙән ашыу делегат һәм ҡунаҡ ҡатнашты.

Был юлы Ҡоролтай быға тилем үткән икәүһенән ныҡ айырылды, тәнҡит тә күберәк булды, маҡтаныу кәмене тине Милли хәрәкәт лидерҙарының береһе, тарихсы Марат Ҡолшәрипов.

Ҡоролтай делегаттары 11 секцияла эшләне. Уларҙың береһе Күп милләтле дәүләт шарттарында башҡорт телен юғалыуҙан ҡурсалауға арналды. Унда башҡорт телен тыуған тел булараҡ өйрәнеүселәр һанының кәмеүе, уҡыу әсбаптарының сифат яғынан насар булыуы, төбәк милли компоненттың бөтөрөлөүенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

Ҡоролтайҙың пленар ултырышында бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Ғәлиндың телмәрен тауыш сығарғайны. Берәүҙәр уны маҡтаны, икенселәре милләттәрҙе бүлгелеүҙә ғәйепләне. Шуға ҡарамаҫтан Азамат әфәнде үҙ урынын һаҡлап ҡалды.

Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты тарафынан яңы награда булдырылды. «Алтын ҡурай» ордены миҙалының тәүге лауреаттары Әхмәт Зәки Вәлиди, Юныс Бикбов һәм Муллаян Халиков булды. Награда уларға үлгәндәренән һуң тапшырыла.

Башҡортостандың дәүләт булараҡ үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәргә тәғәйенләнгән «Алтын Ҡурай» ордены миҙалы уларҙың яҡындарына бирелә. Награда Зәки Вәлидиҙең улы Сүбиҙәй Туғанға, Юныс Бикбов вариҫы Наилә Сәлиховаға һәм Муллаян Халиҡов фонды вәкилдәренә тапшырылды.
XS
SM
MD
LG