Бер баш малды ҡышлатыу өсөн уртаса 30 центнер аҙыҡ берәмеге талап ителһә, әлегә 12 центнер тирәһе аҙыҡ тупланған. Бының өсөн үҫеүҙән туҡтап ҡалған игендәр ҙә, үҙән буйҙары ла сабыла.
Раил Сарбаев ҡартайған малдарҙы, ә улар сама менән 11 мең баш иҫәпләнә, быйыл ит комбинаттарына оҙатып, яҙғылығын йәш продуктив һыйырҙар алынасағын да белдерә.
Икмәкә килгәндә, республика йыл һайын ике йыллыҡ запасты үҙендә ҡалдыра. Башҡортостан халҡына йылына сама менән 300 мең тонна иген етә, ә әле запаста 650 мең тонна иген бар. Йәғни аслыҡ хәүефе лә, хаҡтар артыу ҙа янамай тине Раил Сарбаев.
Ҡоро йәйҙән бал ҡорттары ла яфалана. Эҫе көндәр фәҡәт тәбиғи үҫемлектәрҙән бал йыйған солоҡ ҡорттары өсөн айырыуса ауыр. Башҡортостанда солоҡсолоҡ Бөрйәндә, Шүлгәнташ ҡурсаулығында ғына бар.
Быйыл унда бал ҡорттары бал йыя алмаған. Һуңғы ваҡытта йүкә сәскә атып, солоҡ ҡорттары бер ни тиклем бал йыя алған. Был запас уларға иҫән-һау ҡышларға етергә тейеш.