Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостандан тағы бер егет һалдат хеҙмәтендә вафат булды


Амур өлкәһендә хәрби күнекмәләр ваҡытында Бөрөнән саҡырылған егет эҫе һуғыуҙан үлә. 25 йәшлек егетте әрмегә бер ай самаһы элек кенә алғандар.

Һалдаттың кәүҙәһен ошо көндәрҙә тыуған ере- Бөрө ҡалаһына алып ҡайталар. Үлем буйынса алыҫ көнсығыш хәрби округы тәфтиш эштәре алып бара.

Өфө халҡы бер тәүлек буйына һауа урынына төтөн һуланы. Затон биҫтәһендә, 8-се март һәм Михайловка ҡасабалары араһында көслө янғын булды. Ут 2 гектар майҙанды биләне. Торлаҡ, башҡа обьекттарға зыян булманы, башлыса кипкән ҡамыш янды, әммә уның еҫе ҡала өҫтөн ҡаплап торҙо.
XS
SM
MD
LG