Унда "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Константин Толкачев, коммунистар партияһының республика комитетының беренсе секретары Рифҡәт Гарданов, Либерал-демократ Евгений Былин һәм Ғәҙел Рәсәйҙән Константин Шаһиморатов саҡырылды.
Осрашыуҙа Либералдар менән Ғәҙел Рәсәй аҙсылыҡты тәшкил иткән барлыҡ фирҡәләрҙе борсоған проблемалар тураһында һөйләһә, коммунистар өсөн әлегә иң мөһим тема – милли компонент икән.
Президент был фекергә ни тип яуапланы һуң тигән һорауға Гарданов әфәнде байтаҡ ваҡыт паузала торғандан һуң үҙ яуабын ошолай тип еткерҙе: “Президент был мәсьәләгә әлегә бер төрлө лә үҙгәреш индерә алмайым, төрлө яҡтарҙың фекерҙәрен белешеү зарур”, тигән.
Рөстәм Хәмитов сәйәси фирҡәләр менән осрашыуҙан тыш дин әһелдәрен дә ҡабул итте. Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, республика мосолмандары диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт, архиепископ Никон килде унда. Йәһүдтәр вәкиле булманы. Осрашыуҙа конфессия-ара татыулыҡ тураһында һүҙ барҙы тип хәбәр итә президенттың матбуғат хеҙмәте.