Ватандашлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Леонид Гильченко сығыш яһап ил президентының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыу барышында демократик йәмғиәт төҙөүҙә төбәк парламенттары роленә туҡталды. Был йәһәттән парламенттар эшмәкәрлеген оптимәлләштереү кәрәклеген дә билдәләне ул.
Оптималләштереү тигәндән күп төбәктәрҙә парламентарийҙар һанын ҡыҫҡартыу әленән үк башланды. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролотай корпусында әле 120 депутат булғһа, оҙаҡламай, улар 110-ға ҡаласаҡ.
Тап республика парламенты спикеры Константин Толкачев бөгөнгө ултырышта шифаханаларҙа халыҡ сәләмәтлеген нығытыу мәсьәләһе буйынса сығыш яһаны. Башҡортостан миҫалында ул етешелгәндәрҙе билдәләне, был йәһәттән көнүҙәк проблемаларҙы атаны. Улар халыҡты күберәк шифаханаларға йәлеп итеү, балалар сәләмәтлеген һаҡлауға ҡайтып ҡала. Ултырыш һуңында президент Рөстәм Хәмитов ысынлап та беҙҙә шифаханалар күп, әммә уларҙа ябай халыҡ ял итә алмай, хаҡтар ҡиммәт тине.
Ассоциация ултырышында полиция тураһында федераль ҡанун да ҡаралды. Был тема буйынса Пенза өлкәһе парламенты спикеры Александр Гуляков сығыш яһап, милиция атамаһын полицияға алмаштырыу кәрәкле эш тине. Атаманан бигерәк органдар эшмәкәрлеген яҡшыртыу ҙа мөһим. Пенза парламенты башлығы фекеренсә, эске эштәр буйынса төбәк етәксеһен тәғәйенләгәндә федераль үҙәк субъекттар фекерен иҫәпкә алырға тейеш.