Президент Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда иң тәүгеләрҙән булып Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашты. Иртәнсәк, эш сәғәте башланғанға тиклем Хәмитов әфәнде хәләл ефете Гөлшат ханым менән иҫәп алыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Уның әйтеүенсә иҫәп алыу ҡағыҙындағы һорауҙар ябай һәм аңлайышлы. Рөстәм Хәмитов 1954 йылда Кемерово өлкәһендә тыуған. Милләтен башҡорт тип таныта, юғары белемле. Башҡортостан президенты шулай уҡ рус, инглиз телдәрендә иркен аралаша.
11 октябрь -- Республика көнөн билдәләгән тантанала сығыш яһағанда ла президент халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһимлеген билдәләне, уны милләттәр һанын асыҡлау өсөн ҡулланмаҫҡа саҡырҙы, кампанияны сәйәсәткә әйләндермәүҙе талап итте.
Халыҡ һанын, уны борсоған проблемаларҙы белешеүҙән ниндәйҙер сәйәси уйындар яһарға ярамай, тине Рөстәм Хәмитов. Уның әйтеүенсә, һәр кем милләтен күңел ҡушыуы буйынса билдәләй. Виктор Гюго әйтмешләй, кешенең бөйөклөгө буйына ҡарап билдәләнмәгән кеүек, халыҡтың да бөйөклөгө уның һанында түгел, тине Рөстәм Хәмитов.