Байрам тантаналарына мәғрифәтсенең тыуған төйәге Миәкә районы халҡы ла ҡушыласаҡ. Унда Аҡмулла нәсихәттәре исемле фольклор байрамы үткәреләсәк. Башҡортостан президенты указына ярашлы шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Аҡмулла көндәре уҙа. Быйыл да республиканың төрлө төбәктәрендә, шағирҙың тыуған яҡтары Миәкәлә байрам саралары уҙа. Башҡалала Аҡмулла көндәре сиктәрендә йәш сәсәндәр конкурсы ойошторолдо. Аҡмулла вариҫтары тип аталған бәйгелә өс тиҫтәгә яҡын бала ҡатнашты. Аҡмулла вариҫтары конкурсының төбәк бәйгеләрендә 70-кә яҡын уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараған, уларҙың 28-е ярым финалға сыҡҡан. Аҡмулла уҡыуҙары бәйгеһендә тик ололар ғына ҡатнашһа, Аҡмулла вариҫтары йәш ҡәләм оҫталарын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Баһалама ағзаһы, Башҡортостан яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Азамат Юлдашбаев әйтеүенсә, тәү тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан конкурсанттар ныҡлап әҙерләнеп килгән. Конкурсанттар Аҡмулла ижадын белеүҙәре, шиғыр яҙыу маһирлыҡтары менән ер рәттән йыр-моңға, төрлө музыка ҡоралында уйнау әүәҫлектәрен дә күрһәтте. Һәр уҡыусының сығышы тотош Бер композицияға ҡоролғайны. Бәйгене ойоштороусылар әйтеүенсә, тап ошо яғы менән Аҡмулла вариҫтары бәйгеһе башҡаларҙан айырылып тора. Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Рәйсә Күзбәкова..
Аҡмулла көндәре, шиғыр бәйгеләре шағир һәм мәғрифәтсенең тыуған яғы Миәкә районында ла дауам итәсәк.