Республика президенты Башҡортостанда социаль йүнәлешле программаларҙың уңышлы үтәлеүендә ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур тип билдәләй. Башҡортостанда йыл һайын 156 мең гражданлыҡ торошо акттары һәм ғаилә мәсьәләренә ҡағылышлы 80 меңгә яҡын башҡа юридик документтар теркәлә. Республиканың ЗАГС органдары идаралыҡтары архивтарында 22 миллион тирәһе никах теркәгән документтар һаҡлана. Был тарихи документтар 1890-сы йылдан туплана башлаған. Унда кешенең тыуғандан алып вафатына тиклем йыйылған мәғлүмәттәр теркәлгән. 1917-се йылға тиклем Башҡортостанда гражданлыҡ хәлдәре акттарын теркәү бурысы 536 сиркәү һәм 2074 мәсеткә йөкмәтелгән. Республика биләмәләрендә әле 71 загс бүлегенең күпселегенә гүзәл зат вәкилдәре етәкселек итә. Республикала йәштәрҙең күбеһе никахтарын рәсми теркәүҙе кәрәк тип тапмай.