Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡупшыҡай өсөн енәйәт эше


Республикала рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡыусы 4 төркөм тотолған, тип яҙа Башинформ агентлығы. Улар ағастарҙы баҙарға сығарыу маҡсатында күпләп киҫкән, әммә тәбиғәт һаҡсыларына эләккән.
Уҙған йылдарҙа бындай хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тиҫтәләр, йөҙҙәр менән иҫәпләнә ине. Әммә закондың ҡатылығы урманға зыян килтереүҙе күпкә кәметте. Хәҙер шыршыны махсус баҙарҙа һатып алыу күпкә отошлораҡ. Рөхсәтһеҙ ҡырҡылған 1-2 метр оҙонлоғондағы ҡарағай өсөн 400-700 һум, ә шыршы һәм пихта өсөн икеләтә, өсләтә күберәк күләмдә штраф билдәләнгән. Уртаса алғанда, яңы йыл түрен биҙәүсе бер ҡупшыҡай хоҡуҡ боҙоусыларға мең ярым һумға барып баҫа. Ағастарҙы биштән күберәк ҡырҡҡанда, енәйәт эше лә ҡуҙғатыла. Республика биләмәләрендә ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатында ойошторолған 60-тан ашыу оператив төркөм эшләй.
XS
SM
MD
LG