Март аҙаҡтарында Мәскәүҙә Алтын битлек – 2008 фестивале үтәсәк. Ике аҙна дауамында башҡаланың үҙәк сәхнәләрендә конкурсанттар сығыш яһаясаҡ. Быйыл Алтын битлеккә 29 музыкаль, 19 драма һәм 4 ҡурсаҡ спектакле дәғүә итә. Улар араһында Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының Кәкүк ояһы триллеры ла бар. Театрҙың художество етәксеһе Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, Башҡортостан актерҙары ла бер нисә номинацияла үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ.