Республикала яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге физкультура дәресе бер уҡыусы өсөн фажиғәле тамамлана. Республика эске эштәр министрлығына хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң Орджоникидзе районындағы 81-се мәктәптә 9-сы синыфта уҡыған уҡыусы саңғыла уҙышҡанда һәләк була. Еңеү паркында 15 йәшлек егет үҙен ҡапыл насар тоя, һуңынан тыны ҡыҫылып үлә. Үҫмерҙең ата-әсәһе һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡыусы бер нимә менән дә ауырымаған, һаулығы буйынса бер ҡайҙа ла иҫәптә тормаған. Был эште прокуратура тикшерә башланы. Мәктәп директоры ла беҙҙең менән әңгәмәләшеүҙән баш тартты.