Иҙел буйы федераль округы төбәктәренең ҡанундар сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышы үтте. Унда ватандашлыҡ йәмғиәтен камиллаштырыу, халыҡҡа социаль ярҙам, атап әйткәндә, шифахана-курорттарҙа сәләмәтлектәрен нығытыу, полиция тураһында ҡанун һәм экстремизм менән көрәш мәсьәләләре ҡаралды.