Республика хөкүмәте ҡарамағындағы миграция мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда ширҡәттәргә 2011 йылда квоталар биреү тәртибе, сит ил эшсе ҡулдарын саҡырыу ҡағиҙәләре ҡаралды.
Был турала хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев әйтеүенсә, ғәҙәти йылдарҙа һәр гектарҙан уртаса 15-20 центнер бесән алынһа, быйыл был һан 5 центнерҙан артмай.
Уҙған аҙна тарихта Бөтә донъя башҡорттарының 3-сө ҡоролтайы менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Унда 8 йөҙҙән ашыу делегат һәм ҡунаҡ ҡатнашты.
Төрлө тарафтарҙан килгән делегаттарҙы теркәү кисә үтте. Һуңынан улар Өфө менән танышты. Бөгөн башта Дәүләт Йыйылышы-Ҡоротай йортонда кесе кәңәшмә үтте, унан һуң республика президенты, башҡа рәсми вәкилдәр һәм делегаттар Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды. Пленар ултырыш төштән һуң үтте.
Улар араһында башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау кеүек мәсьәләлрҙән тыш милләтте тергеҙеү йәһәтенән башҡа проблемалар ҙа ҡарала.
«Салауат Юлаев» Гагарин кубогын ала алмаһа ла, байтаҡ номинацияларҙы иң уңышлыһы тип табылды. Всеволод Бобров исемендәге премия даими чемпионат еңеүсеһе, иң һөҙөмтәле команда тип танылған «Салауат Юлаев»ҡа тапшырылды.
Башҡортостан фәндәр академияһы ғалимдары 40лап фән эшмәкәре республика етәкселегенә асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткән. Улар башҡорттоң тарихи төп кәсептәренең береһе - солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам һорай.
Башҡорт әҙәбиәте классигы Баязит Бикбай һүҙҙәре менән әйткәндә, кешелекте 4 нәмә йәшәтә - Ер, Ут, Һыу, Һауа. Ер бысрана, һауа боҙола бара, ә һыу менән утты әҙәм балаһы донъя йәшәтеүсенән бигерәк, фажиғә килтереүсе булараҡ таный башланы.
Ул 30 сы июнгә тиклем дауам итә. Документҡа ярашлы, автомобиль һәм тимер юлдары биләмәләрендә, элемтә һәм электртапшырғыстар линияларында, нефть һәм газ үткәргес магистрәлдәрендә янғын хәүефһеҙлеген көсәйтеү ҡушыла.
Иглин районы Оло Ҡарамалы ауылында ҡоторған төлкө малға һөжүм итә, бер һыйырҙы тешләп өлгөрә. Ауыл халҡы йыртҡысты тотоп яндыра. Унан зарарланған малды ла үлгәс яндыралар.
БАССР Министрҙар Советының Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһындағы ҡарар ҡабул итеүенә 45 йыл тулды. Документты 1965 йылда имзалайҙар. Ә Милли геройға һәйкәл 1967 йылда асыла.
«Утта сыныҡҡан ижад» тип аталған күргәҙмәлә тыныслыҡ һәм ирек өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткәндәр, шулай уҡ һуғыштан ҡайтып ижад юлынан китеүсе әҙиптәрҙең эштәре менән танышырға мөмкин. Әле республикала яу үтеп ҡайтҡан 7 фронтовик- яҙыусы ғына ҡалған.
Межгорьела хәрби хеҙмәткә барыуҙан баш тартҡан 21 йәшлек егет хөкөмгә тарттырылған.
Премьер-минстр Раил Сарбаев балалар йорттарынан сыҡҡандарға тормошҡа артабан яраҡлашыу өсөн дәүләт ярҙамы кәрәк тип белдерә. Ул ошо турала программа әҙерләргә ҡушты.
Рәсәй менән Федератив килешеү һәм уға ҡушымтаға ҡул ҡуйыу датаһына 18 йыл тулды. Документ 1992 йылдың 31 мартында Мәскәүҙә имзаланғайны.
Ошо уңайҙан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда парламентаризмды үҫтереү, ҡанундар сығарыу системаһын артабан камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли ултырыш үтте.
Башҡортостандың бер ғәрип спортсыһы тотош Рәсәй йыйылма командаһын алыштыра. Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы 2 аҙна буйына ни бары 3 алтын алғайны.
Байрам уңайынан республика президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт премьер- министры Раил Сарбаев Өфөләге Еңеү паркындағы мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.
Республика хөкүмәте ҡарамағындағы терминология комиссияһы сираттағы ултырышында Ҡариҙелме, Өфө йылғаһымы тип бәхәсләште.
Башҡортостан Ванкуверҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарында Башҡортостандан 12 спортсы ҡатнашасаҡ.
дәвам